Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:10

Төп бурысты ғына түләргә кәрәк буласаҡ

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡулланыу кредиттары буйынса проценттарҙы ҡаплау тураһында законды икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.  

Төп бурысты ғына түләргә кәрәк буласаҡ
Төп бурысты ғына түләргә кәрәк буласаҡ

 

 Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, закон ҡабул ителгәндән һуң банктар ун көн эсендә заемсыға процент түләү буйынса бурыстың булмауы тураһында хәбәр итергә, шулай уҡ уға түләүҙәрҙең аныҡланған графигын ебәрергә тейеш.

«Әгәр граждан кредит каникулдары ваҡытында процент түләһә, банк был аҡсаны төп бурысты ҡаплауға йүнәлтергә бурыслы», — тип белдергән Вячеслав Володин.

Был ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙ именлеге һағына баҫыусыларға өҫтәмә финанс ярҙам сараһы буласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: