Ғаризалар 2024 йылдың 14 апреленә тиклем ҡабул ителә: vk.cc/cuWNDX.
Программала ике блок бар: дистанцион лекциялар һәм практик эштәр.
Тәүге блокта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Эксперттар биометрия, яһалма интеллект, Тиҙ түләүҙәр системаһы һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк. Тесты уңышлы тапшырған бөтә тыңлаусылар ҙа сертификат аласаҡ.
Икенсе блокта ҡатнашыу өсөн видеоинтервью әҙерләргә кәрәк. Ҡатнашыусылар команда менән бирелгән темаға проект әҙерләйәсәк. Проекттарҙы улар FINOPOLIS.365 йәштәр программаһының май айынан сентябргә тиклем Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Владивостокта, Краснодарҙа, Новосибирскиҙа һәм Һарытауҙа үтәсәк бер чемпионатында яҡлаясаҡ.
Проекттарҙы Рәсәй банкы эксперттары, төбәк властары һәм финанс баҙары компаниялары вәкилдәре баһалаясаҡ. Иң ҡыҙыҡлы идея авторҙары FINOPOLIS 2024 инновацион финанс технологиялары форумына саҡырыласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: https://vk.com/anlatabiz102