Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 18:30

Студенттар, ғариза биреп ҡалығыҙ!

2024 йылдың 15 апреленә тиклем Башҡортостанда «Студент стартапы» гранттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Студенттар, ғариза биреп ҡалығыҙ!
Студенттар, ғариза биреп ҡалығыҙ!

Проекттар ете йүнәлеш буйынса һайлап алына:
  һанлы технологиялар;
- медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары;
- яңы материалдар һәм химик технологиялар;
- яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары;
- биотехнологиялар;
- ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика;
- ижади индустриялар.

Микроэлектроника, пилотһыҙ осоусы аппараттар, станоктар эшләү, яһалма интеллект һәм һанлы технологиялар, шулай уҡ персональ медицина һәм агробиотехнологиялар өлкәһендәге проекттар өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

✏ Күрһәтелгән һылтанма буйынса ғариза бирергә кәрәк: vk.cc/cbj92s.

🤝 Башҡортостан Республикаһындағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгендә конкурс буйынса бушлай консультация алыу мөмкинлеге бар. Офистың адресы: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14, 10-сы ҡат, Б блогы.Тел. 8 (347) 213-10-62.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: