Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 18:00

Сөгөлдөрҙө тиҙ генә бешереп алырға кәрәкһә

Ҡоро ысулды һайлағыҙ.  

Сөгөлдөрҙө тиҙ генә бешереп алырға кәрәкһә
Сөгөлдөрҙө тиҙ генә бешереп алырға кәрәкһә

Һыуҙа бешергән сөгөлдөр тәмлерәк була кеүек. Әммә тиҙ арала кәрәкһә уны микротулҡынлы йәки газ мейесендә бешереп алырға була. Әйткәндәй, был ысулды ҡулланғанда йәшелсәнең файҙалы элементтары, витаминдары һаҡланып ҡала.

Сөгөлдөрҙө йыуып, әрсемәйсә генә полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, ауыҙын төйнәргә. Уны 20 минут (ҙур булмаһа 15 минут та етә) микротулҡынлы мейестә 180-200 градус ҡыҙыулыҡта бешерергә. Тағы ла тиҙерәк бешереп алыу өсөн сөгөлдөрҙө әрсеп, 3-4 киҫәккә бүлеп һалырға мөмкин. Был осраҡта ул 10 минутта әҙер була.

Газ йәки электр мейесендә (духовка) бешергәндә йыуылған сөгөлдөрҙө фольгаға төрөп һалалар. 150 градус ҡыҙыулыҡта ул ярты сәғәт эсендә бешеп сыға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: