Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апреля 2024, 06:30

Нәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үтте

"Ҡышҡы йәйғор" төркөмө 90-сы йылдарҙа бик популяр була торғайны. 

Нәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үттеНәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үтте
Нәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үтте

Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында «Яҙҙар килә шаулап, тағы яҙҙар!» исемле концерт булды. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжип Юлдашбаевтың ижадын яратыусылар йыйылды. Уға 55 йәш тә тулып киткән икән)))

Концертта халыҡ йырсылары В. Яруллин, "Ант" төркөмө солисы Алмас Ғафаров, "Рух" төркөмө лидеры Юлай Асҡаров һәм башҡалар сығыш яһаны, тип хәбәр итәләр Ейәнсура районы хакимиәтенән. Нәжип Юлдашбаевты ҡотларға район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та килгән. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса әҙерләнгән.

Концерттан алынған килем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға ебәреләсәк.

Фото: Ейәнсура районы хакимиәтенән.

Нәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үтте
Нәжип Юлдашбаевтың хәйриә концерты гөрләп үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас