Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 19:00

Машинаһын һатып тороп, аҡсаны муттарға күсергән...

Аферистарҙан республика халҡына үткән тәүлектә биш миллион һумдан ашыу зыян килгән. 

Машинаһын һатып тороп, аҡсаны муттарға күсергән...
Машинаһын һатып тороп, аҡсаны муттарға күсергән...

Баш ҡалала йәшәүсе мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәренә, 45 йәшлек иргә, мессенджерҙан "элемтә операторы" шылтырата. Ялған белгес тиҙҙән абонент номерының ғәмәлдән сығыуы һәм уны оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Артабан банк хеҙмәткәрҙәренән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан шылтыратыуҙар була. Улар иргә шәхси мәғлүмәттәренең енәйәтселәргә эләгеүе, банктағы иҫәбендә шикле операциялар башҡарылыуы тураһында һөйләй. Мутлашыуға юл ҡуймаҫ өсөн, шылтыратыусылар зыян күреүсене 2 миллион һумға яҡын суммаға кредит алырға һәм аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" ебәрергә күндерә. Бынан тыш, ир үҙенең машинаһын һатып, 1,5 миллион һум аҡсаны ла шулай уҡ енәйәтселәргә күсерә.

Әбйәлил районы Яктыгүл ауылында йәшәүсе 58 йәшлек ҡатын да билдәһеҙ кешеләрҙән, йәнәһе лә, дәүләт финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренән, хәбәр ала. Улар ҡатынға уның банк иҫәбендәге шикле операциялар тураһында әйтеп, 500 мең һумдан ашыу шәхси аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә тәҡдим итә. Һуңынан ҡатын телефон аферистарының ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Муттарҙан тәүлек эсендә 23 кеше алданған. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғөбәйҙуллина хәбәр итә. 

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләр менән телефон аша йәки мессенджерҙарҙа аралашҡанда мөмкин тиклем һаҡ булығыҙ. Әгәр шылтыратыу банк, полиция хеҙмәткәренән, телефон компанияһынан булһа, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана, шуны онотмағыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: