Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 18:25

Кредитты ваҡытынан алда түләргә мөмкин

Рәсәй Милли банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлатыуынса, банк, кредитты ваҡытынан алда түләргә теләһәләр, баш тарта алмай. Ул ваҡытынан алда түләүҙәрҙе иҫәпкә алырға һәм артыҡ түләнәсәк сумманы кәметергә бурыслы.

Кредитты ваҡытынан алда түләргә мөмкин
Кредитты ваҡытынан алда түләргә мөмкин

Ваҡытынан алда индерелгән һәр түләүҙән һуң банк түләүҙәр графигын ҡайтанан ҡарай һәм заемсыға яңыһын ебәрә. Түләүҙәр индереү ваҡыты банк сайтындағы шәхси кабинетта һәм ҡушымтала сағылыш таба, йәки банк уны электрон почта аша ебәрә.

Ваҡытынан алда түләүҙе заемсы процент түләгәндә индереү отошлораҡ.

Нимәне ҡыҫҡартыу отошлораҡ: түләү ваҡытынмы, әллә күләменме?
- Ваҡытты ҡыҫҡартҡанда, кредитты тиҙерәк ҡапларға мөмкин.
- Айлыҡ түләү күләмен ҡыҫҡартҡанда, кредит йөкләмәһе түбәнәйәсәк.

Мөһим! Ваҡытынан алда түләү индереү план буйынса түләүҙе юҡҡа сығармай. Мәҫәлән, әгәр мотлаҡ түләү индереү көнө айҙың 10-да икән, 5 көндән һуң барыбер иҫәпте айлыҡ түләү күләмендә тулыландырырға тура киләсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: