Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 16:15

Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...

Өфөлә 18 йәшлек өс егет элемтә объектын яндырырға маташҡанда тотолған. Диверсияны улар видеоға төшөрөргә тейеш була. 

Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...
Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...

Был бурыс уларға мессенджер аша йөкмәтелгән. 

Аҡсаға һатылған егеттәргә хәҙер 20 йылға тиклем иректән яҙыу янай.

Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә. 

Балаларығыҙҙы ҡат-ҡат иҫкәртегеҙ, хаталанып ҡуймаһындар. Аҡсаға алданмаһындар, янауҙарға иғтибар итмәһендәр, ят кешеләрҙән килгән хәбәрҙәргә яуапламаһындар.

Шикле шылтырауҙар, хәбәрҙәр булһа, мотлаҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ! 

Фото:  Mash Batash телеграм-каналы. 

Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...
Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...
Их, балалар, ниңә генә алдандығыҙ...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: