Был рейтинг ҡала мөхите сифатын асыҡлай. Өфө ҡалаһы халҡы үҙе лә төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша - "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһы буйынса тауыш бирә.
2019 йылдан алып, баш ҡалала халыҡ ҡарары менән 31 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.
Әлеге рейтингта Өфө 220 балл йыйған һәм Силәбе, Екатеринбург, Новосибирск кеүек ҙур ҡалаларҙы артта ҡалдырған.
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.