Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:38

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Белорет районы Әзекәй ауылынан 54 йәшлек ҡатын ҡустыһы менән йәшәгән 45 йәшлек ҡатындың күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән.

Эскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым

12 мартта енәйәттә ғәйепләнеүсе ағаһы һәм уның тормош иптәше янына ҡунаҡҡа килә, спиртлы эсемлектәр эсәләр. Бер аҙҙан зыян күреүсе һәм уның менән бергә йәшәгән ир йоҡлап китә, ә ғәйепләнеүсе өҫтәл артында ултырыуын дауам итә. Артабан, ныҡ иҫерек ҡатын, ағаһы менән бергә йәшәгән ҡатынға ҡарата шәхси нәфрәт тойоп, ағаһы менән уртаҡ ер участкаһының шул ҡатынға эләгеүе ихтималлығынан ҡурҡып, бысаҡ менән хужабикәнең күкрәгенә ике тапҡыр сәнсә. Уянып киткән хужабикә, ҡан ағыуын туҡтатырға маташа һәм ауыл старостаһына шылтыратып, ашығыс ярҙам һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырыуҙы һорай. Уны ваҡытында дауаханаға килтереү һәм ирҙең апаһын тотоп тороуы арҡаһында ҡатын иҫән ҡала.

Енәйәттә ғәйепләнеүсе менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә, шаһиттарҙан һорау алына, суд экспертизаһы комплексы тәғәйенләнә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: https://vk.com/surbskr?w=wall-130469781_8483

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: