Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апреля 2024, 11:00

Е витамины битте ҡартайыуҙан һаҡлай

 Бит тиреһенең  шыма һәм матур булыуын теләйһегеҙме?  Бының сере ябай ғына... Көн һайын йоҡлар алдынан битегеҙгә  глицерин менән Е витаминын һөртөп ятығыҙ. 

Е витамины битте ҡартайыуҙан һаҡлайЕ витамины битте ҡартайыуҙан һаҡлай
Е витамины битте ҡартайыуҙан һаҡлай

   Уларҙың  береһе бит тиреһен кибеүҙән һаҡлаһа, икенсеһе уны йәшәртеү көсөнә эйә.    Е витамины матурлыҡ һәм йәшлек витамины һанала. Тап ошо витамин коллаген составына инә. Е витаминының етмәүе   йөҙҙә сағылыш таба, бит тиреһе яманайып, кеше оло күренә. 

Был осраҡта Е витамины менән глицериндан битлек ярҙам итә.

 Уны әҙерләү өсөн Е витаминының 10 капсулаһын тишеп, глицерин шешәһенә (25 г) ҡушырға. Уларҙың икәүһе лә дарыуханала һатыла. Кискеһен битте   таҙартҡандан һуң  шуны һөртөргә . 40 – 60 минуттан салфетка менән һөртөп алырға, әммә йыуынырға ашыҡмағыҙ. Төндә йоҡлар алдынан ғына битегеҙҙе йыуығыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас