Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2024, 09:00

Борай районының талантлы педагогы Нәйлә Дәүләтгәрәева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Борай районының талантлы педагогы Нәйлә Дәүләтгәрәева ижадынан бер шәлкемБорай районының талантлы педагогы Нәйлә Дәүләтгәрәева ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы педагогы Нәйлә Дәүләтгәрәева ижадынан бер шәлкем

Наилә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА 1953 йылда Дүртөйлө районының Исмаил ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус филологияһы факультетын тамамлай. Мәктәптә уҡытыусы, Өҫтәлмә белем биреү үҙәгендә методист булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Биш китап авторы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

 

Сыйырсыҡтар килгән
Сыйырсыҡтар килгән. Ҡанатында
Алып ҡайтҡан яҙҙар сәләмен.
Тапшырырға ерҙә кешеләргә
Йәшәү тантанаһы әләмен.
Сыйырсыҡтар килеп оя ҡора
Һауаларҙа табып, үҙ парын.
Был донъяның ихлас ҡоштары ла
Әмеренә күнә Хоҙайҙың.
Тормош гимны көндә ҡош телендә
Ишетелә дәртле иртәлә.
Тормош йыры үрләй һауаларға,
Ҡайтауазы яңғырай ерҙә лә.


Башҡа иҫәп юҡ әле
Ерҙе һөйә йәмле яҙы,
Яратып килә йәй ҙә.
Яратыу, һөйөү хисе
Ер шарын әйләндерә.
Һүнмәһен йәшәү ялҡыны,
Ташламаһын көс һәм дәрт.
Өмөтләнеп ҡанат ҡаҡһын,
Булһын йәндә мөхәббәт.
Әйләндерһен баштарҙы ла
Ер шарының күсәре.
Тәбиғәт кеүек булайыҡ,
Башҡа иҫәп юҡ әле.


Йырҙарыма
Ос күңелем йырым менән бергә
Хистәремде сикһеҙ ҡайнатып.
Сәскә атһын йәнем йөрәктәге
Ҡылдарымды моңло һайратып.
Илһам көсөм, осҡон бирәм һиңә
Таратырға яҡын дуҫтарға.
Яңғыра йырым, күкрә сәләм илтеп
Бейектәргә үрләп осҡанда.
Йәшәйексе етәкләшеп,
Күңел ҡошом, һайра һин.
Эй, йырҙарым, йәнем һеҙ,
Минең моңло йәрем һеҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас