Фәриҙә СИТДИҠОВА 1955 йылдың 25 октябрендә Учалы районының Ҡалуй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. 1976 йылдан Ураҙ урта мәктәбенә эшкә килә. Оҙаҡ йылдар “Йәш хәбәрсе” түңәрәген алып бара, эшләү дәүерендә балаларҙың ижады менән ете шиғри йыйынтыҡ сығара. 38 йыллыҡ педагогик стажға эйә. Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, өс китап авторы.
Бер көнлөк сәйәхәт
(Хикәйә)
Еләк уңманы быйылғы йәйҙә. Иртә яҙҙан көндәр апаруҡ йылытып, ер өҫтө шау сәскәгә күмелһә лә, ваҡытында ямғыр яумағас, емешкә бөрөләнә алмай кипте лә ҡуйҙы. Урыны-урыны менән бейек үлән араһында ғына эҫенән йәшенеп тигәндәй бешкәне лә аҙна-ун көндән артманы. Сосораҡтар өлгөрөп ҡалды шулай ҙа. Таныш туғайҙарҙы байҡап килергә йыйынған Сәмиғә әсенеп шул турала уйланы. Отпускыһын да еләк бешкән осорға тура килтереп алғайны бит әле. Инде күптән ҡырға сығып йөрөй алмаған әсәһен ҡыуандырып, шифалы үләндәр йыйып, емеш-еләк әҙерләп китергә ғәҙәтләнгән ул. Ҡышҡы селлә һыуыҡтарҙа хуш еҫле ҡайнатма менән сәйҙәр эсеп рәхәтләнһен әйҙә ҡәҙерлеһе. Туңдырылғаны ла бик файҙалы.
Заманында әсәһе шундай шәп еләксе ине. Кескәй генә Сәмиғәне эйәртеп ала ла сығып китәләр урман ҡыҙырырға. Үҙе шундай етеҙ, емеште лә шәп йыя, ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй торғайны. Ял итергә ултырһалар, берәй ҡыҙыҡлы хәл һөйләп ала. Ауыл эргәһендәге ер-һыу атамаларының һәр береһенең легендаһын хәтерендә һаҡлай. Бер бөртөк ҡыҙын, Сәмиғәне, ғүмере буйына ҡурсалап ҡына үҫтерҙе ул. Тормош иптәше йәш кәләшенең сырхау икәнен белеп ҡалыу менән уларҙан баш тартҡайны. Ә Нәғимә тыуасаҡ сабыйы хаҡына бирешергә теләмәне. Төрлө табиптарға күренеп аяҡҡа баҫты. Тик бына олоғая килә генә ҡан баҫымы күтәрелеүҙән яфалана.
– Яңғыҙың йөрөргә ҡурҡмайһыңмы? Хәҙер яҡшынан яманы күп. Эт-ҡошҡа осрап ҡуйма, – тип хәстәрлекле иҫкәртеп ҡалды бөгөн дә.
– Юҡ, әсәй, һис тә ҡурҡмайым, тау-урмандар минең дуҫым да, һаҡсым да, – инде ҡапҡаға еткән Сәмиғә уны шулай тынысландырҙы.
Ауылды сығыу менән, әллә ҡайҙан үҙенә ымһындырып, эреле-ваҡлы күлдәр ялтырап ята. Эҫенән йонсоған халыҡ унда көн оҙоно өҙөлмәй. Бигерәк тә бала-саға туп-тулы. Ҡара кискә тиклем тауыштар тынмай, күл буйы гөрләп тора. Күлдәр эргәһенән генә үткән оло юл урман һуҡмағына ҡушыла. Сәмиғә, ваҡ-ваҡ шахта соҡорҙарын урап үтеп, шул тарафҡа боролдо. Ағастар араһында барыбер ул тиклем эҫе түгел ине. Ҡуйы япраҡтар ҡояштан ышыҡлай. Һалҡынса һауа тәнгә рәхәтлек бирә, тын алыуҙы еңеләйтә. Был тирәне ҡатнаш урман тиһәң дә ярай. Тау битен күпселек ҡайындар ҡаплап үҫһә лә, муйыл, мышар, энәде лә бар. Ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, төпкәрәк инһәң – ҡарағайлыҡ. Элегерәк унда әхирәттәре менән муйыл ашарға йөрөй торғайнылар. Ҡуйы ағаслыҡта йәшенеп кенә ултырған муйылдарҙың емеше лә күп, ботаҡтары ла түбән генә ине. Ҡап-ҡара шәрбәтле тәмлекәйҙәргә телдәр ҡарайғансы мас булаһың. Ә энәде (беҙҙә уны дунала ла, ҡамыраш та тиҙәр) емешен туп кеүек йомарлап алып ҡайталар ине. Ҡайын еләге, бөрлөгән, бәшмәккә лә бай был ерҙәр. Иренмә генә.
Тирә-яғын байҡап байтаҡ ерҙәр үтте Сәмиғә. Әммә элекке еләкле урындарҙа емеш күренмәне. Уның ҡарауы аҡ сәскә, мәтрүшкә, боланут кеүек шифалы үләндәр йыйып алды. Уларын ҡәҙерләп кенә яулығына төрөп биленә бәйләп ҡуйҙы. Бормалы-бормалы һуҡмаҡтар буйлап атлай торғас, Өсҡолон тауының башына уҡ менеп етте ул. Эй-й, тыуған яҡтың хозурлығы! Йәннәттең үҙе инде! Ана, алыҫта күгәреп Урал тауҙары теҙелеп киткән. Әйҙә бында, тип саҡырғандай сал Ирәмәл ағарып ята. Ауыл эргәһенән генә ике ҡитғаны тоташтырған Яйыҡ аға, күҙ йәштәрендәй саф күлдәр ялтырай. Был илаһи матурлыҡты бер юлы ҡосорға теләгәндәй, Сәмиғә ҡулдарын йәйеп ебәрҙе: “Эһе-һей... Урман-ҡырҙарым, тау-ҡаяларым, сылтыр шишмәләрем, мин һеҙҙе ярата-а-ам!” “Там-там” тип ҡайтауаз яңғыраны. Их, ниндәй сихри гүзәллек! Бөтә йәнеңде, булмышыңды биләп ала. Әкиәттәгеләй үҙенә арбай. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы, шатлыҡ бүләк итә. Күңелде күтәрә.
Әммә ҡояш ҡыҙға ирәүәнләнеп торорға ирек бирмәне. Батмустай булып түбә өҫтөнә эленде. Утлы көлтәһен йәлләмәйсә һипте. Эҫе нурҙары тәнде үтә тишеп ингән төҫлө. Шулай ныҡ ҡыҙҙыра ине. Тамағы кибеп, тирләп киткән Сәмиғә ахырҙа Китегаяҡ шишмәһенә йүнәлде. Уның башланған урынында ғына һыуы мул, ә түбәнгә ҡарай нәҙек таҫма кеүек кенә һуҙыла. Үҙе шундай таҙа, һалҡын, хатта тештәр ҡамаша. Бит-ҡулын сайҡап, ҡуш услап һыу эсеп алғайны, боҙҙай һалҡын һыу бер аҙ өшәндереп ебәрҙе.
– Эй, туҫтағы ла булһа инде, – Сәмиғә әсәһе һөйләгәндәрҙе иҫенә төшөрҙө. Элегерәк, ысынлап та, шишмәнең ағас туҫтағы (ололар әйткәнсә аяғы ) булған. Бесәнселәрме, еләкселәрме, кемдер ҡалдырып киткән. Оҙаҡ йылдар кешеләр уны ҡулланып йөрөгән, таштар ышығында һаҡлап тотҡандар. Йылдар үтеү менән, бер тирәһе кителеп төшкән, йәғни китек аяҡҡа әйләнгән. Шишмәгә ҡушылған Китегаяҡ атамаһы шулай барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, бөгөнгө көнгәсә һаҡланмаған. Ә атама нығынып ҡалған.
Бала саҡта тап ошо ергә бөтә мәктәп менән походҡа сыға инеләр. Ярыштар һуңында оло ҡорға йыйылалар. Һәр кем тәмле-татлыһын уртаға сығарып һала. Шул саҡтағы сәйҙәрҙең тәме, хуш еҫе әле лә ауыҙҙа тойолғандай. Күңелдәрҙә шатлыҡ, эскерһеҙ йылмайыуҙар ихласлыҡ, бөтәһе бергә ҡушылып, йөрәкте елкендерә, еңеүҙәргә ҡанатландыра ине. Барыһы ла бер генә мәл булған. Үтте лә китте. Ҡыҙҙың татлы уйҙарын арба тәгәрмәстәренең келтерләүе бүлде. Шишмә түбәнендә бер атлы бесәнлегенә китеп бара, ахыры. Эйе, кешеләр ашыға, үлән кибеп бөтмәҫ элек малына бесән әҙерләп ҡалырға тырыша. Ауыл кешеһенең тынғыһыҙ ваҡыты. Келтер-келтер, келтер-келтер... Арба тауышы алыҫайғандан-алыҫайҙы. Ә тарих ҡуласаһы Сәмиғәне үткәндәргә алып китте...
Күпме ваҡиғаларҙың шаһиты булған был урман юлы. Ҡасандыр бер унан әбей батша үтеп киткән, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр әбей батша юлы тип тә йөрөтә. Аттар менән почта ла ташығандар. Мейәс ҡалаһына алтын да оҙатҡандар. Элек-электән һәм әле лә алтын күп сыҡҡан беҙҙең яҡтарҙа. “Ҡайынлы сауҡалыҡ” тип аталған алтын йыуыусылар ауылы ла булған, приискылар төҙөлгән. Улар күптән юҡ инде. Шул заманды хәтерләтеп, атамалары ғына тороп ҡалған: Ягодкино, Федор яланы, Пушков күле... Ауыл тирәләй ятҡан беленер-беленмәҫ шахта соҡорҙары ла шул турала һөйләй.
Алыҫ Франция, Шотландия илдәренән килеп ер аҫты байлығын үҙләштергәндәр. Ерле халыҡ менән аралашып йәшәгәндәр. Алыш-биреш иткәндәр, бер-береһенә ярҙамлашҡандар, мөхәббәтһеҙ ҙә булмаған. Сит енестән тыуған балаларҙың вариҫтары: етен сәсле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙлеләр бөгөн дә бар ауылыбыҙҙа. Алтынға бәйле ҡайһы бер ваҡиғалар легенда булып та йөрөй. Шулай бер ваҡыт Мейәскә алтын алып китеп барыусылар ауылда ялға туҡтаған. Ике ир-егет белеп ҡалғандар ҙа, һаҡсыларҙың йоҡлап китеүенән файҙаланып, алтынды урлағандар. Береһе мейесен емереп, нигеҙенә үҙ өлөшөн күмеп, таң атҡансы яңынан мейес сығарып ҡуйған. Икенсеһе бына ошо Китегаяҡ буйына килтереп күмгән. Бер йыл үткәс, берәүһе түҙмәй Үрге Урал ҡалаһына аҡсаға әйләндерергә алып барған. Шунда тотолғандар ҙа инде. Әсәһенең һөйләүе буйынса Сәмиғәнең алыҫ олатаһы ла старатель булған. Ғүмере лә шунда өҙөлгән – шахта баҫҡан. Бәлки, ул да тап ошо ерҙәрҙә алтын йыуғандыр... Беҙ белмәгән тағы әллә күпме тарих барҙыр әле...
Шул хаҡта уйлай-уйлай ваҡ ағаслыҡ аша ул ҡайтырға сыҡты. Юлында осраған шахта соҡорҙарын урап үтә ине. Ҡапыл берәүһендә еләк аңғарғандай булды. Әллә күҙемә күренә инде тип уйланы. Үләндәрҙе айырып ебәргәйне – ысынлап та еләк. Бейек үлән араһына йәшенеп кенә бешеп ултыралар. Бына бәхет! Әллә ни күп булмаһа ла, быйылғы емештән ауыҙ итеп, сәй эсерҙәр, исмаһам, тип Сәмиғә ихлас йыйырға кереште. Соҡорҙан-соҡорға күсте. Шулай йүгерекләп йөрөй торғас, бәләкәй генә силәге тулды ла ҡуйҙы... Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти һәр саҡ әсәһе. Тап шулай.
Тыуған ерҙең аҫты ла, өҫтө лә байлыҡ шул. Сәмиғә ҡыуанып силәгенә күҙ һалды. Ниндәй матур, хуш еҫ бөркөп торған еләктәр! Ал инде, ауыҙыңа ҡап инде, тигәндәй күҙҙе ҡыҙҙыра, танауҙы ҡытыҡлай. Юҡ-юҡ, бөртөгөн дә ҡапмай Сәмиғә. Улар бит әсәһенә. Эҫегә иҙелеп китмәһендәр өсөн өҫтөн ҡаплап уҡ ҡуйҙы. Һөйөклө әсәһенең шат йылмайған йөҙөн күҙ алдына килтереп, ашығып ауылға ҡарай атланы...