Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 16:51

Башҡортостан ташҡынға әҙерме?

Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостандағы ташҡынға бәйле брифинг үтте.

Башҡортостанда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ташҡынға әҙерлек буйынса саралар планы раҫлана, шулай уҡ ташҡынға ҡаршы комиссия ойошторола. Белгестәр төрлө сценарийҙарҙы күҙ уңында тотоп, һыу баҫыу зонаһына 86 мең кешенең эләгеүе буйынса иң хәүефле сценарийҙы нигеҙ итеп ала. Был республика һәр нәмәгә әҙер булһын өсөн эшләнә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияларҙың бер нисә ултырышы уҙғарылып, унда бөтә ведомстволарға ташҡынға алдан әҙерләнеү бурысы ҡуйылған. 15 марттан 1 апрелгә тиклем техниканың әҙерлеген тикшергәндәр. Республикала ташҡынға ҡаршы сараларға 15 меңдән ашыу кеше, 3000 берәмек техника, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары йәлеп ителгән. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты Ка-32 һәр саҡ осоуға әҙер. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының аэромобиль төркөмө (шәхси составтан 100 кеше, 20 берәмек техника, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары комплексы) тиҙ арала ваҡиға урынына сығырға әҙер.

Белгестәр системаларҙың һәм хеҙмәттәрҙең ташҡынға әҙерлеген тикшергән. Комиссия акттарына ярашлы, төбәк ташҡынға әҙер. Республика Гидрометеоүҙәгенең фаразына ярашлы 150 модель эшләнгән, уларҙа ниндәй зоналарға ҙур һыу килеүе ихтималлығы күрһәтелгән. Нәҡ шунда профилактик саралар, шул иҫәптән ихата буйлап йөрөп, кешеләр араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Шулай уҡ кешеләргә, өйҙән сыҡҡанда, газды һәм утты һүндерергә кәрәклеген иҫкәртәләр. Прогноздар буйынса хәүеф аҫтына 28 тораҡ пункт инә, улар менән бәйләнештең өҙөлөүе ихтимал. Кәрәк булғанда бында посттар ҡуйыласаҡ, кешеләр һәм техника дежурлығы ойоштороласаҡ, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар резервы булдырыласаҡ.

Республика йылғалары боҙҙан асыла башлаған. Усень һәм Мелеуз йылғалары боҙҙан асылған. Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында һыуҙың юғары кимәлдә булыуы мөмкин, башҡа йылғаларҙа һыу кимәле нормала булырға тейеш. Дала йылғаларында ла һыу кимәле арта, әлеге ваҡытта ул 60-330 сантиметр кимәлендә. 

Республикала 2 апрелдән 5-нә тиклем һауа температураһының норманан 3-7 градусҡа юғары булыуы көтөлә, был ҡарҙың әүҙемерәк иреүенә һәм һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерә. Синоптиктар фаразлауынса, һуңынан йылылыҡ кәмейәсәк һәм климат нормаһы кимәлендә буласаҡ. 20 апрелгә Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары максималь кимәлгә етәсәк.

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре тарафынан Башҡортостандың 54 йылғаһында һәм өс һыуһаҡлағысында һыу кимәлен реаль ваҡыт режимында күҙәтеү өсөн шарттар тыуҙырылған, бының өсөн ведомствоның сайтына инеп, баннерға баҫып, конкрет гидропосҡа күсергә кәрәк. Гидромониторинг системаһы шулай уҡ киләһе 14 көнгә прогноз төҙөй. Хәҙерге ваҡытта Өршәк йылғаһында һыу күтәрелеүе күҙәтелә.

Быйыл 8 районда йылғаларҙа шартлатыу, боҙҙо ҡаралау эштәре башҡарылған. Шартлатыуҙар өсөн урындарҙы синоптиктарҙың фараздарына ярашлы һайлайҙар, шулай уҡ гидроҡоролмалар булыуы ла иҫәпкә алына (мәҫәлән, күперҙәрҙең булыу-булмауы).

Бөтә райондарҙа ла ваҡытлыса штабтар булдырылған. Йыл һайын, ҡағиҙә булараҡ, республиканың бер үк урындарын һыу баҫа, шуға күрә белгестәрҙә ярҙамға мохтаж булған аҙ мобиль граждандар исемлеге лә бар. Балаларҙы һәм ололарҙы хәүефһеҙ ергә күсереү, әйберҙәрҙе икенсе ҡатҡа күтәреү, малдарҙы эвакуациялау - бының менән ҡотҡарыусылар һыу баҫыу ихтималлығы булған зонала булған кешеләргә ярҙам итә. Йыл һайын һыу ташыу ойошторола. Бынан тыш, махсус ирекмәндәр штабы эшләй, улар менән тәүлек әйләнәһенә 8-800-201-89-03 телефоны буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин.

Бөтә райондарҙа ла 37 меңгә тиклем кешене урынлаштырырға мөмкинлек биргән 276 ваҡытлыса йәшәү урындары бар (һыу запасы, аҙыҡ-түлек әҙерләнгән, табиптар бар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған) Башҡортостанда йәшәүселәр пункттарҙың ҡайҙа урынлашыуын "Паводок 2.0" системаһы аша белә ала.  

Ташҡын ваҡытында һыу сифаты ныҡ насарая. Әле үк Роспотребнадзор һыу каналдарына эсәр һыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр ебәргән. Биш меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Һыу сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен Башҡортостан Роспотребнадзор сайтында интерактив картала күрергә мөмкин (был картала һәр тораҡ пункттың һыу сифаты күрһәтелгән). Ташҡын ваҡытында сысҡан биҙгәге, дизентерия, гепатит А һәм башҡа сирҙәр менән зарарланырға мөмкин. Белгестәр профилактика өсөн бактериофагтар ҡулланырға кәңәш итә, шулай уҡ махсус вакцинация ла кәрәк. Халыҡ үҙ биләмәһендә һыуҙы тикшереүҙе үҙ аллы үткәрә ала, әммә тик аккредитацияланған лабораторияларҙа ғына. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: