Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 21:30

Апрелдә магнит дауылдары ҡасан?

3 –5, 9 –11, 27–29 апрелдә магнит дауылдары көтөлә. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!  

Апрелдә магнит дауылдары ҡасан?
Апрелдә магнит дауылдары ҡасан?

 

Магнит дауылы – Ерҙең магнит ҡырындағы тайпылыштарҙан ғибәрәт.

Атмосфера баҫымы һәм һауа температураһы үҙгәрештәре кеше организмына ҙур йоғонто яһай. Был көндәрҙә хроник сирҙәре булған кешеләргә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән интегеүселәргә һаулығына бик иғтибарлы булырға кәрәк. Уларҙың магнит дауылдарында  баштары ауырта һәм сәләмәтлектәре менән бәйле башҡа проблемалар барлыҡҡа килә.

 Геомагнит үҙгәрештәр барған мәлдә  туйғансы йоҡларға, саф һауала күберәк булырға, артыҡ ауыр эш эшләмәҫкә, табип билдәләгән дарыуҙарҙы ҡабул итергә кәрәк. 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: