Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:30

Баланы эт ҡотҡарған

Биш йәшлек малай ихатаға сыҡҡан да, юғалған...

Баланы эт ҡотҡарған
Баланы эт ҡотҡарған

Приморье крайында булған хәл. Хрустальный ҡасабаһында йәшәүсе ғаиләнән биш йәшлек малай ихатаға уйнарға сыҡҡан ерҙән юғалған. Ҡулында телефоны булған әле ул. Атаһы шылтыратҡанда эт өргән тауышты, япраҡ ҡыштырлағанын (ҡышын ниндәй япраҡтыр инде) ишеткән. Бала, баҡһаң, урманға инеп киткән икән. Ата-әсәһе ҡотҡарыусыларға хәбәр итеп, төнө буйынса эҙләгәндәр. Тик иртәнгә генә табылған малай. Уның янында бер эт булған. Төнгө һыуыҡ урманда бала туңыр ине, ә мәрхәмәтле эт уны йылытып ятҡан. 

Әле прокуратура малайҙың ниңә урманға китеүен тикшерә.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: