Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 21:00

***

Бына тағы ергә яҙҙар килде, Яҙғы ҡояш нурҙар өләшә. Ҡоштарыбыҙ йылы яҡтан ҡайтып, Бер -береһен күреп серләшә. Ағастарҙың ап - аҡ шәлдәре лә, Ҡояш нурҙарына һүтелде. Йөрәгебеҙ яҙ килеүен тойоп, Һөйөү хистәренә күмелде. Урам аша ҡар һыуҙары аға, Элеп ҡуйҙыҡ инде тундарҙы. Яҙ ҡояшы ҡарҙар эретеп, Һыуҙар менән япты юлдарҙы. Нисәнсе ҡат шаулап яҙҙар килә, Шулай үтә ғүмер юлдары... Аҡҡан һыуҙар кире аҡмағандай, Кире ҡайтмай йәшлек йылдары. Фәниә Сыңғыҙова.(Мөхәмәтшина) 2021 йыл.

***
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: