Махсус хәрби операция башланғандан алып, тәүгә пилотһыҙ осҡос Татарстанға тиклем үк килеп еткән. Дошман илебеҙ төбәктәренә һөжүм итергә маташа.
Алабуғала (Елабуга) бина емерелгән, бер нисә кеше зыян күргән. Былай ҙур етди емереклектәр юҡ. Дрондар мөһим предприятиеларға (Алабуғала һәм Түбәнге Камала) зарар килтермәксе булған.
“Бөтә хеҙмәттәр юғары әҙерлектә. Хәҙер иң мөһиме – тыныслыҡ һаҡлау, паникаға бирелмәү”, – тип яҙа матбуғат хеҙмәте.
Фото: Inkazan