Күпербаш ауылынан Лилиә ханым бәләкәйҙән тегергә ярата. Һуңынан был шөғөлө эшкә әүерелә, вузда шул йүнәлештә белем алып та сыға. Тик һөнәре буйынса эш таба алмай. Шулай ҙа таныштарына, балаларға кейем тегеүҙе ташламай. Пандемия ваҡытында хатта социаль селтәрҙә бәләкәй генә магазин да аса.
Эш асырға мөмкинлектәр сыҡҡас та (мәшғүллек үҙәгендә программала ҡатнашырға тәҡдим итәләр), бизнес-план яҙып, социаль контракт төҙөй һәм 350 мең һум ярҙам аҡсаһына сәнәғәт теген машинкаһы, башҡа ҡорамалдар һатып ала.
Бөгөн Лилиә Камил ҡыҙы ҙур ҡалаларҙан да заказдарҙы күп ала. Тәбиғи туҡымалар менән эшләй. Балалар кейемдәренә заказ бирәләр.
Әгәр мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торһағыҙ, һеҙ ҙә яратҡан шөғөлөгөҙҙән файҙа ала алаһығыҙ - социаль контракт төҙөгөҙ.
Фото: Администрация муниципального района Краснокамский район Республики Башкортостан.