+24 °С
Дождь
Кисә Өфөнөң Бехтерев урамындағы (Киров районы) гараждар янында ер ишелгән. Фотонан күренеүенсә, апаруҡ ҙур ер. Эргәләге гараждар ҙа бер ваҡыт ер аҫтына китмәҫ тимә. Арыраҡ бейек йорт та бар. Аллам һаҡлаһын!
Әле тикшереү бара, гараж хужалары асыҡлана. МЧС хәл-торошто контролдә тота. Ҡар ныҡлап ирегән осор бигерәк хәүефле.