Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2024, 09:45

Етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, яңы закон етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә социаль ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелә.

Етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелдеЕтем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде
Етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде

Республика парламенты депутаттары «Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законды ҡабул итте.

Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, закон етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә социаль ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелә. Тәү сиратта ғаиләләргә түләүҙәргә ҡағыла. Үрҙә телгә алынған төркөм граждандарына айлыҡ пособие күләме 18,5 процентҡа арттырыла. Бынан тыш бала юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыуын дауам иткән осраҡта, тәрбиәгә алған ата-әсәләргә түләүҙәрҙе балаға 23 йәш тулғансы оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Законға ярашлы, опекунға (попечителгә) баланы ҡарауға түләнгән аҡса күләме район коэффициентын иҫәпкә алып: өс йәшкә тиклемге бала өсөн – 9 310 һум, өс йәштән өлкән бала өсөн айына 8 953 һум тәшкил итә. Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәки физик һәм (йәки) психик үҫешендә етешһеҙлектәре булған баланы аҫырауға аҡса күләме: өс йәшкә тиклемге сабый өсөн –11 172 һум, өс йәштән өлкәнерәк сабый өсөн айына 10 743 һум тәшкил итәсәк.

Тәрбиәгә алған ата-әсәләргә түләү күләме район коэффициентын иҫәпкә алып, түбәндәгесә: өс йәшкә тиклемге һәр бала өсөн – айына 10 138, өс йәштән өлкәндәр өсөн 8 451 һум. Инвалид бала йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәки девиант тәртипле бала өсөн түләү күләме: өс йәшкә тиклемге һәр бала өсөн айына – 12 167 һум, өс йәштән өлкәндәр өсөн 10 142 һум.

Бынан тыш, Законға ярашлы, балаларға кеҫә сығымдары өсөн аҡса түләү буйынса яңы тәжрибә индерелә.

Сығанаҡ: Башҡортостанда етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде (gsrb.ru)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас