Юҡ, ти белгестәр. Синоптиктар яҡшы көндәр вәғәҙәләй.
“Гисметео” порталында яҙыуҙарынса, апрелдең тәүге аҙнаһында һауа температураһы шаҡтай күтәрелә. Көндөҙ +15, +16 градусҡа етәсәк, тиҙәр. Төнөн дә хәҙер “минус” булмаҫ, моғайын. Һәр хәлдә, күҙаллауҙарынса, +4, +5 градусты көтәбеҙ. Ә ҡояш? Бер аҙ болотлораҡ була шул. Уның ҡарауы, яуын юҡ тиерлек. Бары тик 10, 11 апрелгә генә әҙерәк ямғыр фаразлана. Ер йәшәрәсәк былай булғас.