«Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты буйынса уҙған турнирҙа республиканың төрлө төбәгенән алты команда ҡатнашты.
Командалар 2014 - 2015 йылда тыуған үҫмерҙәрҙән төҙөлгәйне.
"Кубок Алга" - йәш футболсыларҙы берләштереү һәм тәжрибә туплау ярышы. Бишәр уйын булды. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡтан «Зенит-СТФК» командаһы еңеү яуланы, ти хәбәр итәләр.
Фото: Министерство спорта Республики Башкортостан.