Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2024, 06:30

1 апрелгә Булат ағайҙан күңелле көйҙәр!

Учалы районының Комсомольск ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Булат Пирғәлин хәбәр итә:

1 апрелгә Булат ағайҙан күңелле көйҙәр!1 апрелгә Булат ағайҙан күңелле көйҙәр!
1 апрелгә Булат ағайҙан күңелле көйҙәр!

Һунарсы ла, балыҡсы,
Ҡурайсы ла, гармунсы,
Өҫтәүенә етмәһә,
Баянда ла уйнаусы.
Беренсе апрель тыуғас,
Асыҡ йөҙ, һәм киң ҡолас.
Йәшәүе лә күңелле,
Шундай ағайҙар булғас!

Әмир Ҡаһарманов ағайыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Тап беренсе апрель күренгәс, беҙ бергә йыйылып, күңел асып, дәртле көйҙәр уйнап алдыҡ.
Әмир ағай, һиңә ҡоростай һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ. Һин уйнаған көйҙәр беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булып ҡалһын.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас