+21 °С
Облачно
Бында эре ағас-ҡыуаҡ ултыртыласаҡ, таштан юл һалынасаҡ, эскәмйә, урна, фонарҙәр, һыу һибеү системаһы ҡуйыласаҡ. Урал тауҙарынан килтерелгән ҙур ҡая таштар ҙа урын аласаҡ.
Мэр, Өфөнөң башҡа райондарында ла төҙөкләндерелгән аллеялар һәм скверҙар барлыҡҡа киләсәк, тип билдәләне. Юбилейға ҡара ҡаланың үҙәк урамдары буйлап 450 декоратив йүкә ултыртыласаҡ.