Шәкәрҙе нормала тотоу өсөн көн һайын иртән 100 мл уҫаҡ ҡайырыһы төнтәмәһе эсергә кәрәк. Уның өсөн бер ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған ҡайырыға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп, иртәнге аш алдынан эсергә. Уға шәкәр ҡушырға ярамай.
Шулай уҡ төнәтмәне әҙерләүҙең икенсе ысулы ла бар. Бының өсөн яңы алынған уҫаҡ ҡайырыһын ит үткәргес аша үткәрергә һәм 1:3 нисбәтендә (бер өлөш ҡайырыға өс өлөш һыу) һыу ҡушып, 10 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп алып, көн һайын ас ҡарынға 150 – 200 мл эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна. Артабан ун көн ял иткәндән һуң, кәрәк тип табылһа, тағы ла дауам итергә мөмкин.
Шәкәр диабетынан уҫаҡ кеүәҫе лә файҙалы. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: өс литрлыҡ банканың яртыһына еткәнсе уҫаҡ ҡайырыһы тултырырға, бер стакан шәкәр һәм бер балғалаҡ ҡаймаҡ ҡушырға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутарға һәм тултырғансы һыу ҡойоп, ике аҙна йылы урында тоторға. Әҙер булғас, көнөнә 2 – 3 стакан эсергә. Эскән һайын, банкаға бер стакан һыу һәм бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп барырға онотмағыҙ. Бер өс литрлыҡ банка ике-өс айға иҫәпләнә.
Фото:Т.Аманов.