Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2024, 11:35

Әминә Шафиҡова - Башҡортостандаң халыҡ артисы!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ижад кисәһе үтте.

Әминә Шафиҡова - Башҡортостандаң халыҡ артисы!Әминә Шафиҡова - Башҡортостандаң халыҡ артисы!
Әминә Шафиҡова - Башҡортостандаң халыҡ артисы!

Пианист тулы аншлагта Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың дәүләт оркестры һәм күренекле артистар – БР халыҡ артисы, РФ атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин менән бергә яңғыҙ программа тәҡдим итте.

Юбилей кисәһенә Әминә Шафиҡоваға илебеҙҙең сағыу сәнғәт вәкилдәре: Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова, РФ халыҡ артисы, донъялағы 1-се пианист Денис Мацуев, Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе Александр Чайковский, Мәскәү консерваторияһы ректоры Александр Соколов, күренекле яҡташтарыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Һәм Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Овчинников һәм башҡалар сәләмләү хаттары ебәргән.

"Һеҙҙең тормошоғоҙ - мәҙәниәткә һәм сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө. Музыкант, профессор, министр - был амплуаларҙың һәр береһендә һеҙ лайыҡлы булдығыҙ. Ижадта юғары ҡаҙаныш, педагогик эшмәкәрлек Һәм Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендәге төп юғары белем биреү учреждениеһына уңышлы етәкселек итеү төбәктең мәҙәни үҫеше мәсьәләләрен һиҙгер аңлауҙың нигеҙе һәм мәҙәниәт министры вазифаһында уңыштың нигеҙе булды", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова.

Ижади кисәнең рәсми өлөшөндә  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев Әминә Шафиҡоваға БР Башлығы Указы менән бирелгән Башҡортостандың халыҡ артисы исемен тапшырҙы.

Кисә ҡунаҡтарына пианистканың ижади үҫешенең бөтә этаптары, шул иҫәптән «Яңы исемдәр» фондының үҫмерҙәр концерттарын һәм Парижда пианистар конкурсында сығыш яһауҙы асыусы видеофрагменттарҙың эксклюзив йыйылмаһы тәҡдим ителде, Ә Әминә Шафиҡова бөгөн башҡарған сағыу программа уның Башҡортостан республикаһынан иң сағыу Рәсәй музыканттарының береһе булыуын күрһәтте. Кисәнең үҙенсәлеге булып Әлфиә Хәбированың «Ике ҡатын – ҡыҙ образы» темаһына фантазиялар торҙо. Уларҙы Әминә Ивний ҡыҙы үҙенең 12 йәшлек ҡыҙы Камила Бакирова менән бергә башҡарҙы. 
Концерттың аҙағында Ференц Листтың «Испан» һәм «Венгр» рапсодиялары тәҡдим ителде. Әминә Шафиҡова аҙаҡтан бөтмәҫ-төкәнмәҫ алҡыштар аҫтында ата-әсәһенә, уҡытыусыларына, коллегаларына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте һәм үҙенең профессоры Наилә Хәмиҙуллинаға сәскәләр бүләк итте.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас