Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2024, 06:00

Бәй! "Рәхмәт" акцияһында кемдең "квартира" отҡаны билдәле булды!

Яңыраҡ үткән РФ Президенты "выбор"ҙары мәлендә "Рәхмәт" акцияһы уҙҙы һәм барлыҡ һайлаусыларға QR кодлы флаер бирелде. Улар уны теркәне һәм фатир, автомобиль кеүек еллеее приздарға өмөт итеп бер сайтта теркәне. Кисә бүләктәрҙе уйнаттылар ҙа инде. Суперприздар кемгә тиегеҙ? Сайтта инеп ҡарағыҙ. ⏬

Бәй! "Рәхмәт" акцияһында кемдең "квартира" отҡаны билдәле булды!Бәй! "Рәхмәт" акцияһында кемдең "квартира" отҡаны билдәле булды!
Бәй! "Рәхмәт" акцияһында кемдең "квартира" отҡаны билдәле булды!

Акцияла ике ярым миллион кеше ҡатнашҡан. 400 кеше телевизор, электросамокат, ҡәһүә машинаһы, телефон отҡан.

Саҡмағошта йәшәүсе Латиповтарға фатир тәтене! Илнур менән Айгөлдөң ғаиләһендә өс малай үҫә, уларға был бүләк бик ҡулайлы буласаҡ.

"Нива" машиналары Бөрөнән Руслан Ковригинға һәм Благовещендан Әлфиә Антипинаға эләкте.

Эфирҙа шуғай уҡ Ҡара диңгеҙ буйында һәм республика санаторийҙарында ялға путевкалар ҙа уйнатылды.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас