Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Марта 2024, 15:30

Полиптарҙы үләндәр менән дауалау

Папилломаны дауалау ысулы бик күп. Түбәндә уларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ.

Полиптарҙы үләндәр менән дауалауПолиптарҙы үләндәр менән дауалау
Полиптарҙы үләндәр менән дауалау

 Полип, папиллома барлыҡҡа килеү организмдағы етешһеҙлек тураһында һөйләй. Ғәҙәттә, улар матдәләр алмашыныуының боҙолоуҙан барлыҡҡа килә.  Тиҙ арала бының сәбәбен асыҡларға кәрәк.  Ул гастриттан, колиттан, гинекология, бөйөр ауырыуҙарынан һ.б булырға мөмкин. 

Операция эшләтергә лә ашыҡмағыҙ, ҡайһы берәүҙәрен дауалап ҡына ла бөтөрөп була.  

Танауҙағы полиптар һәм аденомалар

  1. Ярты литр ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ тоҙ ҡушырға һәм тоҙҙоң ирегәнен көтөп, һыуҙы әкрен генә икенсе һауытҡа бушатырға. Ошо  тоҙло һыуҙы мөмкин тиклем эҫе килеш танауға һәм тамаҡҡа һурырға, тамаҡ төбөн сайҡатырға һәм төкөрөргә. 7 – 10 көн буйы ошо процедураны тәүлегенә ике тапҡыр ҡабатларға.
  2. 30 процентлы сөйәл үләне төнәтмәһен 4 сәғәт һыуға төнәтергә. Һуңынан уны һөҙөп, төнәтмәне эҫе килеш 5 - 6 тапҡыр танау менән һурырға. Биш көн шулай итеп танауҙы йыуҙырырға, һуңынан биш көн ял итергә. Бөтәһе дүрт тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас