Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2024, 06:11

Әлдә кешеләр иҫән...

Кисә төнгә ҡарай Өфө районында йөк машинаһының тәгәрмәсе шартлап, транспорт ауҙарылғас, үтеп барған автомобилдәр зыян күреүселәр бармы-юҡмы икәнен белешергә туҡтай. Һөҙөмтәлә... һигеҙ транспорт сараһы бәрелешә.

Әлдә кешеләр иҫән...Әлдә кешеләр иҫән...
Әлдә кешеләр иҫән...

Бер-бер артлы биш фура, дүрт еңел автомобиль, бер йөк машинаһы М-5 "Урал" федераль трассаһының 1448-1449 км арауығында дүрт төрлө юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән.

Автомобилдәр механик зыян күргән. Кешеләр имен, шөкөр.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре урында юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса документтарҙы рәсмиләштергән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Әлдә кешеләр иҫән...
Әлдә кешеләр иҫән...
Әлдә кешеләр иҫән...
Әлдә кешеләр иҫән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас