Иван Грозный аҫылташтарҙың белгесе һәм баһалаусыһы булып һаналған. Батшаның яратҡан ташы зәңгәр яҡут (сапфир) булған. Уның фекеренсә, был таш күҙҙең нурын көсәйтә, мускулдарҙы нығыта, йөрәккә көс өҫтәй, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.
Таштарҙың шифалы үҙенсәлектәре Иван Грозный заманына тиклем дә билдәле булған. Боронғо ғәрәп философы Аристотель үҙенең өйрәнгәндәрен хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Уның дуҫы һәм уҡыусыһы Теофраст медицинала таштарҙы файҙаланыу буйынса оҙаҡ йылдар алып барылған күҙәтеүҙәрҙе бер системаға һалған.
Боронғо Рим табибы Диоскорид ул ваҡытта билдәле булған үләндәрҙең, таштарҙың дауалау үҙенсәлектәрен арналған биш томлыҡ хеҙмәт яҙған.
Зәңгәр яҡут, гәрәбә, йәшмә таштарын файҙаланып дарыу онтағы әҙерләү рецептары Краковск музейында һаҡлана. Уларҙың авторы – бөйөк поляк астрономы Николай Коперник.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманса медицина көсәйгәс, таштар менән дауалау тәжрибәһе бер аҙ онотолоп тора. XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем литотерапия дауалауҙың бик һирәк ҡулланылған ысулдарына ҡарай. Әле иһә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.