Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2024, 05:30

Иғтибар: ҡырағай йәнлектәр әүҙемләшә!

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре иҫкәртә: юлдарҙа һаҡ булығыҙ, хайуандарҙы тапап ҡуймағыҙ!

Иғтибар: ҡырағай йәнлектәр әүҙемләшә!Иғтибар: ҡырағай йәнлектәр әүҙемләшә!
Иғтибар: ҡырағай йәнлектәр әүҙемләшә!

Был осорҙа ҡырағай йәнлектәрҙең әүҙемлеге көсәйә. Айырыуса төндә юлда йөрөүселәргә иғтибарлы булырға кәрәк. "Ҡырағай хайуандар" билдәһен күреүгә мотлаҡ тиҙлекте кәметергә.

Яңылыш тапаһағыҙ, штраф ҙур. Мышыны тапаған өсөн - 80 мең һум, ҡоралайҙы - 40 мең,  ҡабан сусҡаһын - 30 мең, айыуҙы тапағанға 60 мең һум штраф түләргә тура киләсәк.

Фото: pixabay

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас