Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2024, 11:00

Аллаһ һүҙе

«Эй, Әҙәм улы. Мин һеҙҙе намаҙҙа һынаным – таптым яҡлау булған хәлдә. Һынаным һеҙҙе зәҡәт биреүҙә – таптым һаранлыҡта. Һынаным һеҙҙе ураҙа тотоуҙа –таптым ҡайғы- хәсрәттә. Һынаным һеҙҙе ауырыу менән – таптым һеҙҙе зарланыусылар, сабырһыҙҙар араһында. Һынаным һеҙҙе  изгелектә – таптым һеҙе был яҡшылыҡты танымаусылар араһында. Мәсеттәрҙә һеҙ әсирҙәр кеүек, баҙарҙа әмирҙәр кеүек, нәфестә һеҙ ҡеүәтле, аҡылда – зәғиф. Һеҙ был сифаттарығыҙ менән рәхмәтемә лайыҡ түгелһегеҙ. Бар булғанына ҡәнәғәт булығыҙ –  бай булырһығыҙ. Көнсөллөк менән хөсөтлөктө ҡыуығыҙ – рәхәтлектә тереклек ҡылырһығыҙ», – тигән Аллаһы Тәғәлә.

Аллаһ һүҙеАллаһ һүҙе
Аллаһ һүҙе

Хаҡлыҡ бар был һүҙҙәрҙә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас