Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, яҡташыбыҙ, “Луна” позывнойлы батыр ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ротаһы составында яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. Ошо көндәрҙә уға Шайморатов исемендәге орден тапшырылған.
“Луна” быға тиклем бер орденға лайыҡ булғайны, уның рәхмәт хаттары ла күп. Яҡташыбыҙ – ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, өҙлөкһөҙ хәстәрлек өлгөһө. ”Луна”ның ярҙамы менән беҙҙең һалдаттар, ышаныслы ҡулдарҙа икәнен тойоп, үҙ миссияһын үтәүҙе дауам итә. Районыбыҙ ҙа ысын батырыбыҙ менән ғорурлана, еңеү өсөн тырышлығына рәхмәт белдерә”, – тип яҙған район хакимиәте башлығы.
Фото: Айдар Шайдуллин (vk.com)