Фолий кислотаһы ғәжәйеп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Ул күҙәнәктәр бүленеүенә, туҡымаларҙың үҫешенә йоғонто яһай, иммун системаһының эшмәкәрлеген көйләй, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ярҙам итә.Был витаминдың файҙаһы тағы ла гемоглобинды синтезлау өсөн углерод менән тәьмин итеүҙә.
В9 витамины кеше организмына аминокислоталарҙы, ферменттарҙы, рибонкулеин һәм дезоксирибонуклеин сылбырҙарҙы синтезлау өсөн кәрәк. Ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегенә, айырыуса лейкоциттарҙың фукнционаллегенә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ бауыр бауыр сәләмәтлегенә һәм аш эшкәртеү системаһына ла ыңғай тәьҫире ҙур. Бынан тыш, фолий кислотаһы нервы системаһы күҙәнәктәре араһында импульстарҙы тапшырыуҙы тәьмин итә, нервы системаһының ҡуҙғыу һәм тотҡарланыу процесын көйләй, стресстарҙың эҙемтәһен бөтөрә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.