Ирек Айрат улы Зарипов 1983 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе — Айрат Ғабделхамат улы һәм Вәсилә Мостафа ҡыҙы Зариповтар.
Өйләнгән. Улы — Айнур (2008), ҡыҙы — Диана (2010).
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Йәмәғәт эшмәкәре. Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары имгәнгән инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Башҡортостан Республикаһының 5—6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры.
Мәктәптә Ирек саңғы һәм баскетбол менән мауыға, футбол уйнай, бокс һәм көрәш менән шөғөлләнә. 2000 йылда 17 йәшендә аварияға эләгә: ике аяғын да киҫәләр. Инвалидлыҡҡа ҡарамаҫтан, һөнәри лицей һәм Башҡорт иҡтисад-юридик колледжын тамамлай . 2011 йылда Стәрлетамаҡ физик культура институтын (Урал дәүләт физик культура университеты филиалы)) тамамлай. Стәрлетамаҡ «Иҙел» спорт комплексында шөғөлләнә (беренсе тренеры — Ф. Н. Ғөбәйҙуллин). Үҙен төрлө спорт төрҙәрендә: еңел һәм ауыр атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы буйынса һынап ҡарай. 2004 йылда еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына индерелә. Рәсәй чемпионатында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса өлкән тренер Ирина Громова менән таныша һәм уның тәҡдиме буйынса Башҡортостандың билдәле тренеры Салауат Ғүмәровта саңғы спорты менән шөғөлләнә башлай[1]. 2005 йылда Ирек Зарипов Башҡортостан Республикаһының юғары спорт мастерлығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — С. Р. Ғүмәров). Шул уҡ йылда Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составына индерелә. Туринда 2006 йылғы Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнаша, унда 7,5 км биатлон буйынса 4-се урынды яулай. Еңел атлетика буйынса 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпемпионы (12 тапҡыр, 2006—2008). 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында 4 алтын миҙал ала: биатлонда 2,4 км (эҙәрлекләү) һәм 12,5 км алыҫлыҡта һәм саңғыла 15 км һәм 10 км алыҫлыҡта саңғыла; саңғыла 1 километрға йүгереүҙә көмөш миҙал яулай[2]. 2010 йылдың июнендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Стәрлетамаҡ делегаты булып ҡатнаша.
Халыҡ телендә «Башҡорт Маресьевы» тигән исем алған, уның спорт буйынса иптәштәренә рәсми рәүештә лә «заман Маресьевтары» тигән шундай бүләктәр тапшырыла.
"Башҡорт Википедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.