Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2024, 15:30

Боҙ киткәнен күргәнегеҙ бармы?

Быйыл ташҡын көслө була, тиҙәр...

Боҙ киткәнен күргәнегеҙ бармы?Боҙ киткәнен күргәнегеҙ бармы?
Боҙ киткәнен күргәнегеҙ бармы?

Йылғаларҙың 5 – 15  апрелдә асылыуы күҙаллана. Ағиҙел йылғаһы бассейны йылғаларында һыуҙың иң юғары кимәле нормала, Ағиҙелдең өҫкө ағымында норманан 20 – 60 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Түбәндәге мәғлүмәткә иғтибар итегеҙ:

Ағиҙел йылғаһының тәрәнлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында 430 – 530 см булыуы ихтимал;

Өфөлә – 650 – 750 см;

Бөрөлә – 640 – 740 см;

Шаҡша ҡасабаһында Өфө йылғаһының тәрәнлеге – 680 – 780 см;

Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһының тәрәнлеге – 570 – 670 см.

Йылғаларҙың ошо кимәлдәге осоронда Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының түбән урындарын һыу баҫыуы мөмкин. Һаҡланығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас