Ҡытайға юлланған йөк Шишмә районы предприятиеһында етештерелгән продукциянан тора. Ҡуҙаҡлы культураның дөйөм күләме 1870 тонна, был - 72 контейнер.
Ҡытай таможня идаралығы талаптарына ярашлы, һәр контейнерҙан өлгө алынған, фитосанитар экспертиза үткәрелгән. Борсаҡ тейешле сифатта. Әйткәндәй, бер ай элек Ҡытайға Әбйәлил районында үҫтерелгән борсаҡтан 1800 тонналыҡ тауар һатылғайны.
Фото: Минсельхоз РБ.