Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Марта 2024, 06:40

Бала бассейнда батҡан...

Сит илдә ял иткәндә беҙҙекеләрҙең ғүмере өҙөлә...

Бала бассейнда батҡан...Бала бассейнда батҡан...
Бала бассейнда батҡан...

Күрше Силәбенән өс йәшлек ҡыҙ бала Таиландтың Пхукет утрауында әсәһе менән ял иткәндә бассейнда батып үлгән...

Батҡан баланы сығарғанда ул тере булған әле. Әсәһе Бангкокка дауаханаға алып барырға ярҙам һорап, таныштарына социаль селтәрҙә яҙған. Ә урындағы табиптар өмөт булмауын белдергән. Ҡыҙыҡай реанимацияла үлгән.

Әле ғаилә менән Рәсәйҙең Пхукеттағы Генераль консуллығы эшләй. Хәл-торош контролдә, ҡайғынан хәсрәткә батҡан әсәгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, тигәндәр.

Аллам һаҡлаһын! Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә һаҡ булығыҙ!

Фото: vk.com

 
 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас