Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2024, 09:50

Йомортҡаға ҡытлыҡ булмаясаҡ

26 мартта Өфөлә «Агрокомплекс-2024» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе  барышында Саҡмағош районында «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы производство корпусы эшенә старт бирелде.  

Йомортҡаға ҡытлыҡ булмаясаҡЙомортҡаға ҡытлыҡ булмаясаҡ
Йомортҡаға ҡытлыҡ булмаясаҡ

 

  2023 йылда инвестор банкротлыҡҡа төшкән предприятиены тергеҙеүгә өлгәшә. Предприятие 1976 йылда ойошторола һәм йылына 7 млн тоннаға тиклем йомортҡа етештерә, 2017 йылда ҡошсолоҡ фабрикаһы банкротлыҡ менән бәйле эшен туҡтата. Ҡош ите етештереүҙе тергеҙеү буйынса инвестиция проекты быйыл«Инвестиция сәғәте» ултырышында ҡаралды һәм ул өҫтөнлөклө статус алды.

Предприятие директоры Булат Рафиҡов билдәләүенсә, хәләл ҡош ите етештереү күләме йылына 480 тоннаға тиклем артасаҡ. 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас