«Боинг» самолетында осҡан һуҡмыш ир тәүҙә салонда электрон тәмәке тарта. Уны борт оҙатыусылар тартып ала. Асыуланған ир бер аҙ ултырғас, агрессив формала алкоголь таптыра башлай. Береһе лә уға иғтибар итмәгәс, асыуланып самолеттың кухняһына барып инә, өлкән борт оҙатыусының планшетын тартып ала, экипажды һүгеп, уларҙың кабинаһына инеп, үлтереү менән янай.
Артабан да бындай холҡһоҙ ир менән оса алмаясағын аңлаған экипаж маршрутты өҙөргә ҡарар итә. Тәртип боҙоусыны Волгоград аэропортында полиция ҡаршы ала. Хәҙер Р. ике аҙна изоляторҙа ултырасаҡ һәм йәмәғәт урынында тәртип боҙғаны өсөн штраф түләйәсәк.