Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2024, 09:51

Рөстәм Шәрипов: "Изге Рамаҙан айының 15-се ифтарын Ғәлиәхмәт ауылы халҡы менән ҡаршы алырға насип булды"

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы халыҡ менән бергә яуҙа йөрөгән егеттәрҙең именлегенә, һәләк булғандарҙың рухтарына бағышлап ҡорбан салған һәм яугир егеттәрҙең ата-әсәләрен ифтар табыны артында йыйырға ниәт иткән.

Рөстәм Шәрипов: "Изге Рамаҙан айының 15-се ифтарын Ғәлиәхмәт ауылы халҡы менән ҡаршы алырға насип булды"Рөстәм Шәрипов: "Изге Рамаҙан айының 15-се ифтарын Ғәлиәхмәт ауылы халҡы менән ҡаршы алырға насип булды"
Рөстәм Шәрипов: "Изге Рамаҙан айының 15-се ифтарын Ғәлиәхмәт ауылы халҡы менән ҡаршы алырға насип булды"

Ауыҙ асырға йыйылышыу — ифтар табындары йәмәғәтте яҡынайта, йәнле аралашырға мөмкинлек бирә. Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр. Сөнки ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул, ифтар табындары ойоштороусыларға сауаптары насип булһын. Яу ҡырында йөрөгән егеттәр тиҙерәк имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас