Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2024, 12:49

Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ

"Крокус Сити Холл"да булған теракттан һуң Рәсәй мәктәп уҡыусылары төрлө төбәктәрҙә теракттар ойошторорға тәҡдим иткән хәбәрҙәрҙе мессенджер аша күпләп ала. Беҙ был турала яҙғайныҡ инде, шулай ҙа тағы ла иҫкәртәбеҙ, сөнки спамерҙар ныҡ әүҙемләшкән! Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙПровокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ
Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ

Теракт өсөн төрлө сумма вәғәҙә ителә. Башлыса 1 миллион һум самаһы, әммә 250 мең һәм 2 миллион һум тәҡдим иткән осраҡтар билдәле. Кемгәлер алкоголь йәки наркотик тәҡдим итәләр. Енәйәт ҡылыуҙан баш тартҡан өсөн енәйәтселәр физик яза менән янай.

Бындай тәҡдим менән хат килһә, нимә эшләргә?

1. Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ.

2. Һәр ебәрелгән хәбәрҙең скриншотын эшләргә (ебәреүсенең телефон номеры күренерлек итеп).

3. Скриншот эшләгәс, СМС тураһында өлкәндәргә һәм полицияға хәбәр итегеҙ.

4. Хәбәрҙе ебәргән кеше тураһында мессенджер администрацияһына ялыу яҙырға (уны блокка ҡуйыу өсөн).

5. Мессенджерҙағы профилдә билдәһеҙ абоненттарҙың телефон номерҙарынан хәбәрҙәр килмәһен өсөн конфиденциаллек сикләүҙәрен ҡуйырға мөмкин.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001974208448

 

Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ
Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ
Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ
Провокаторҙар менән яҙышыуҙан тыйылығыҙ
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас