Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Марта 2024, 05:35

Балалы ғаиләләргә транспорт һалымына ташлама

Бындай  ташлама менән күп балалы ғаиләләр, ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусыларҙың) берәүһе  йәки опекун, инвалид бала ҡараусы ата-әсәләр  һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре файҙалана ала.

Балалы ғаиләләргә транспорт һалымына ташламаБалалы ғаиләләргә транспорт һалымына ташлама
Балалы ғаиләләргә транспорт һалымына ташлама

Был категория граждандарға еңел автомобиль двигателенең ҡеүәте – 150, ә автобустыҡы   125 ат көсөнә тиклем булғанда – 100 процент, машина двигателенең көсө 150 – 200 ат көсө булғанда   50 процент ташлама ҡаралған. 

 Уны алыу өсөн теркәлгән урын буйынса Һалым инспекцияһына, Күп функциялы үҙәк аша йәки Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “Шәхси кабинет” аша онлайн рәүештә ғариза менән мөрәжәғәт итергә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас