Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2024, 06:00

Ата-әсәләр! Балаларығыҙға "ватсап", "телеграм" провокаторҙары хәүеф менән янай!

Улар социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа Рәсәй граждандарын террор акттары һәм башҡа етди енәйәттәрҙе яһарға өндәй. Хәүеф аҫтында үҫмерҙәр һәм йәштәр тора. Ҡара уйлы кешеләр интернет аша буласаҡ ҡорбандары тураһында мәғлүмәт йыя. Улар башлыса айырым сәйәси, дини һәм башҡа юҫыҡтағы фекер йөрөткән, әммә аныҡ шәхес позициялары булмағандарҙы һайлай. Ошоно күҙ уңында тотоп, хоҡуҡ һаҡлаусылар РФ ЭЭМ-ның Мәғлүмәт - коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәште ойоштороу идаралығы менән берлектә ата-әсәләргә кәңәштәр әҙерләгән. Улар менән "вербовщик"ҡарға ҡаршы торорға мөмкин буласаҡ.

Ата-әсәләр! Балаларығыҙға "ватсап", "телеграм" провокаторҙары хәүеф менән янай!Ата-әсәләр! Балаларығыҙға "ватсап", "телеграм" провокаторҙары хәүеф менән янай!
Ата-әсәләр! Балаларығыҙға "ватсап", "телеграм" провокаторҙары хәүеф менән янай!

  Аата-әсәләргә нимә эшләргә:

- балаларға һәм үҫмерҙәргә интернет селтәрендә янаған бөтә хәүеф тураһында алдан хәбәр итергә;

- баланы социаль селтәрҙәге шикле тәҡдимдәргә һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтеү; - баланың шәхси яҙышыуында кем менән аралашыуын һорарға йәки тикшерергә;

- баланың тәртибенә һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар итергә;

- әгәр бала ысын тормошта интернетта ҡуштылар тип «челлендж» әйбере башҡарһа, быға иғтибар итергә кәрәк. Уларҙың һаулыҡ өсөн хәүефле ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алыуы мөмкин;

- баланың дуҫтары һәм класташтары, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш тоторға.  

 

Үҫмергә нимә эшләргә:

- һәр төрлө шикле тәҡдимдәр һәм яңы таныштар тураһында ата әсәләргә йәки уҡытыусыларға хәбәр итергә;

- хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә (телефоны 102).

 

 РФ эске эштәр министры ярҙамсыһы, полиция генерал-майоры Ирина Волктың ТГ-каналынан алынды

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас