Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2024, 16:30

Йөрәк ауыртһа, алтын тамыр эсегеҙ

Йөрәк сире менән яфаланыусыларға алтын тамыр ярҙам итер.

Йөрәк ауыртһа, алтын тамыр эсегеҙЙөрәк ауыртһа, алтын тамыр эсегеҙ
Йөрәк ауыртһа, алтын тамыр эсегеҙ

 Бының өсөн 100 г алтын  тамырҙы 0,5 л араҡыға  һалып,  дүрт аҙна    төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр  ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.  25 көндән  һуң  ун көнлөк тәнәфес эшләргә һәм артабан дауаланыу курсын дауам итергә.

Ярты литр төнәтмә   2,5 айға етә, әммә бер аҙнанан һуң  уҡ  еңеллек тойола.

Әйткәндәй, алтын тамырҙы балда ла төнәтергә мөмкин. Бының өсөн 50 г сей тамырҙы ит үткәргес аша үткәреп, 0,5 кг бал ҡушып бутарға  һәм 4 аҙнаға төнәтергә ҡуйырға. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт  алда берәр ҡалаҡ эсергә.

Бынан тыш, төнәтмәне һыуҙа ла әҙерләргә була. Был осраҡта 50 г тамырҙы 1,5 литр һыуҙа 15 минут ҡайнатырға һәм 12 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр 4/1 стакан эсергә.

Иҫкәрмә! Кемдәрҙең ҡан баҫымы юғары һәм йөрәк тибеше йыш йәиһә аритмия, уларға алтын тамырҙы ҡулланыу тыйыла.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас