Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Марта 2024, 07:45

Тәрбиәгә бала алыусы ғаиләгә бала вузда уҡыған осорҙа ла аҡса түләнәсәк

Әле БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ошо хаҡтағы законға төҙәтмәләр әҙерләй. 

Тәрбиәгә бала алыусы ғаиләгә бала вузда уҡыған осорҙа ла аҡса түләнәсәкТәрбиәгә бала алыусы ғаиләгә бала вузда уҡыған осорҙа ла аҡса түләнәсәк
Тәрбиәгә бала алыусы ғаиләгә бала вузда уҡыған осорҙа ла аҡса түләнәсәк

  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Уллыҡҡа бала алыусы ата-әсәләргә тейешле бүләкләүҙәр һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләгә ҡаралған социаль ярҙам саралары тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Норматив документҡа ярашлы, әле    уллыҡҡа бала  алған ата-әсәләр балаға 18 йәш тулғансы аҡсалата бүләк ала.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, бала юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған осраҡта был түләүҙәрҙе бала бәлиғ булғандан һуң да ҡалдырырға кәрәк. Был осраҡта ул уллыҡҡа алынған балаға 23 йәш тулғансы түләнәсәк.

Әле тәрбиәгә бала алған ата-әсәгә аҡсалата ярҙам өс йәшкә тиклем  һәр балаға    айына  10138 һум тәшкил итә, 3 йәштән ололарға – 8451 һум. Инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала өсөн түләүҙәр – өс йәшкә тиклем һәр балаға – айына 12167 һум, 3 йәштән ҙурҙарына – 10142 һум.  Законға төҙәтмәләрҙең ҡабул ителеүе ата-әсәгә финанс яҡтан ярҙам булыр ине.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас