Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Марта 2024, 04:35

Рәсәйҙең билдәле кешеләре ярҙамға ашыға

"Крокус Сити Холл"дағы фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ошо көндәрҙә халҡыбыҙ тетрәнеү кисерҙе. Һәләк булғандарҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел, ә уларҙың ғаиләләренә, йәрәхәтләнеүселәргә ярҙам итә алабыҙ. Илебеҙҙең сәхнә йондоҙҙары, блогерҙар, эшҡыуарҙар изге эште башланы ла инде.

Рәсәйҙең билдәле кешеләре ярҙамға ашығаРәсәйҙең билдәле кешеләре ярҙамға ашыға
Рәсәйҙең билдәле кешеләре ярҙамға ашыға

Әлбиттә, һәр береһен исемләп яҙыуҙың кәрәге лә юҡ - Аллаһы Тәғәлә барыһын да белә. Ярҙамға бер миллион һум да, 500 мең һум да күсереүселәр күп. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ, ти Рәсәйҙең билдәле шәхестәре. Сит илгә күсеп китеүселәрҙән дә ярҙам килгән. 

Берҙәмлектә - көс!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас