Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2024, 10:30

Ипотеканы ҡаплау өсөн дә аҡса бирелә

Күп балалы ғаиләләр ипотека буйынса бурысын ҡаплау өсөн 450 мең субсидия алырға хоҡуҡлы.

Ипотеканы ҡаплау өсөн  дә аҡса биреләИпотеканы ҡаплау өсөн  дә аҡса бирелә
Ипотеканы ҡаплау өсөн дә аҡса бирелә

  Атап әйткәндә,  ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем  өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған һәм  ипотека кредиты булған  ғаиләләргә бирелә. Ғаиләләге оло балаларҙың йәше мөһим түгел. Бер ғаиләгә бер ипотекаға бер генә субсидия тейеш. 

 Уны алыу өсөн ипотека кредиты алынған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас