Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
2024 йылдың 1 апреленә тиклем трасса буйлап йөрөү бушлай буласаҡ. Артабан уның хаҡы еңел автомобилдәр өсөн — 20 һәм 100 һум, йөк машиналары өсөн төнгө һәм көндөҙгө ваҡытта 50 һәм 250 һум тәшкил итәсәк.Йәмәғәт транспорты, махсус техника, балалар автобустары бушлай йөрөйәсәк.
Төбәк етәксеһе Көнсығыш сығыу юлын асыуға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«1992 йылда башланған проектты, Аллаға шөкөр, тамамланыҡ. Был мөһим, ҙур эш булды, барығыҙға ла рәхмәт. Был проекттың икенсе этабы – М-5 трассаһын М-7 менән тоташтырыуға ла йәһәтләп тотонорға кәрәк», - тине Башҡортостан Башлығы.
Көнсығыш сығыу юлы– республиканың иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе, Уның ярҙамында Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына 10 минут эсендә барып етергә мөмкин.
Фото: Башинформ.